ИРҘӘР
Мин ирҙәрҙе кәмләмәйем,
Мин ирҙәрҙе күтәрәм.
(Кәмселеккә ҡалған иргә,
Мин - бисәнән һүҙ әрәм).
Мин баш итеп күрәм ирҙе,
Баш-баштаҡ түгел үҙем.
Башлы ирҙең эргәһендә
Тыныс бит күңел үҙе.
Мин баш итеп күрәм ирҙе,
Аша бик атламайым.
Тик талабым - ир үҙе лә,
Асылын ваҡламаһын.
Асылында ирҙең - көрәш,
Иреш , баҫтырыш түгел.
Әйтһә лә, ирҙең әйткәне -
Оран. Ҡысҡырыш түгел.
Әйтә белһен тимен, ирҙәр,
Һүҙҙең тоғро, хаҡлыһын.
Батшамы ул төбәлгәне,
Башҡамы ул - үҙ һүҙенең
Намыҫ, бәҫен һаҡлаһын.
Баҙамаһын ине ирҙәр,
Түрә-ҡара ҡашында.
Ҡарашын ергә төбәргә,
Яулыҡ түгел, ир белдеге -
Аҡыл даһа башында.
Ҡаушамаһын ине ирҙәр,
Бисә ҡаушаған ерҙә.
(Аттар тулай, дилбегәһе
Ирҙең бушаған ерҙә).
Мин ирҙәрҙе кәмләмәйем.
Ирҙәр - донъя терәге.
Терәктәрҙе еректерә,
Ирмен тигән ирҙең генә
Тоғро типкән йөрәге. Наилә Хәмбәлиева.
ххх
ИРҘӘР ЙӨРӘГЕ
Ҡайғы килһә, ир йөрәге ҡата,
Үҙ эсенә алып ҡайғыһын,
Сайпылтмайҙар улар мөлдөрәмә
Тулы ҡайғыһының тамсыһын.
Эстән ниндәйҙер оло көс алып
Ҡайғы килһә, ирҙәр иламай,
Илар ине, улар көслө зат бит!
Көслө затҡа илау ярамай...
Шаһит булдым ирҙәр илағанға
Кисергәндә оло шатлыҡты,
Күңеленә һыймаған шатлыҡты
Күҙ йәштәре итеп сайпылтты!
Керпек осонда эленгән тамсы
Ағып төшөп битен сылатты,
Оло шатлыҡ хисе – бик көслө хис
Ирҙәр йөрәген дә илатты! Фәүзиә Ҡотлогилдина–АЛТЫНБИКӘ.