

Бөгөн улар Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Баязит Бикбайҙың "Ҡоҙаса" комедияһы менән гастролдәрен япты.
Башҡорт театры алты көндә тулы аншлаг менән 14 спектакль уйнаны, тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы, яратҡан артистарын сәскәләргә күмде. Гастролдәрҙе ябыу тантанаһында ике театрҙың етәкселеге, артистар һәм Татарстан республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Нәтфуллин ҡатнашты.
Дамир Данил улы театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшаһмановҡа, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликоваға, актерҙар Зилиә Ситдикова менән Лилиә Ғәлинаға, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Римма Ҡаһарманова менән Фәнис Рәхмәтовҡа министрлыҡтың - Почет грамоталарын, театрҙың тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәр ойоштороу бүлеге етәксеһе Лилиә Сәғитоваға, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ҡоланбаевҡа һәм актер Айнур Ситдиковҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысова "Сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн" билдәһенә лайыҡ булды.
Гастролдәр тамам. Алдағы йылда Ҡазан театры яңы спектаклдәре менән Башҡортостанға киләсәк.