

Ә инде көҙ еткәс, уңған хужа һәм хужабикәләр уларҙы эш итә, аш итә. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Мансур һәм Гөлгөл Ғәлиндар йыл һайын күпләп ҡош - ҡорт аҫрай. Быйыл иһә, уңған ғаилә йөҙләп ҡаҙ алып көткән. Ял көндәрендә улар, туғандары һәм яҡындары ярҙамында, ҡаҙ йолҡоу өмәһе үткәрҙе. "Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй", тигәндәй, уңған хужабикәләр тиҙ арала йөҙгә яҡын ҡош - ҡортто йолҡоп, таҙалап, эште тамамлап та ҡуйҙылар.
Ә һеҙҙә өмәләр гөрләйме, дуҫтар?