

Диктантты Ер шарының бар төбәктәрендә яҙҙылар. Әйткәндәй, был акция ойошманың Попечителдәр советы рәйесе Владимир Путин башланғысында 2015 йылда тәүгә үткән. Һигеҙ йыл эсендә яҙма эште бар донъяла өс миллиондан ашыу кеше яҙған.
Диктант яҙыусылар күпләп йыйылған майҙансыҡ тип ғәҙәттәгесә Аҡмулла университеты һанала. Бөгөн уның 13 аудиторияһында 500-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусы үҙ көстәрен һынап ҡараны. Улар ике өлөшкә бүленгән 40 һорауға яуап эҙләне. Тәүге блокта "география ликбезы" булһа, артабанғыһы башты эшләтергә талап итте.
Диктант һөҙөмтәләре 12 декабрҙән һуң рГО сайтында билдәле буласаҡ.