

Нефтекаманан 84 йәшлек пенсионер әбей "Һинең ҡыҙың юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән" схемаһы буйынса алданған. Уға билдәһеҙ кеше шылтырата, ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра һәм ҡыҙының аварияға эләгеүе, унда зыян күреүселәр булыуы тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ ул енәйәт яуаплылығын туҡтатыу өсөн аҡса кәрәклеген аңлата. Ҡурҡҡан әбей билдәһеҙ кешегә ышана һәм шылтыратыусының күрһәтмәһе буйынса үҙенең аҡсаһын өйгә килгән курьерға тапшыра. Һөҙөмтәлә пенсионер енәйәтселәргә 40 мең һум аҡса бирә. Ҡыҙының иҫән-һау икәнен белгәс, ул үҙенең мутлашыусыларҙың ҡорбаны булғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре был схемала ҡатнашҡан курьерҙы, 18 йәшлек ҡыҙҙы, ҡулға ала. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Үҙегеҙ ҙә һаҡ булығыҙ, телефон муттары тураһында оло йәштәге туғандарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.