

Улар виноградтағы биологик әүҙем матдәләрҙең кеше тиреһенә йоғонтоһо менән ҡыҙыһынған. Улар үткәргән тәжрибә полифенолдарҙың ултрофиолет нурҙарҙың кире йоғонтоһонан беҙҙең тиреләге күҙәнәктәрҙе һаҡларға булышлыҡ итеүен раҫлаған. Виноградҡа мул уңыш биреү өсөн көслө ҡояш нуры кәрәк, шул уҡ ваҡытта ул үҙен ультрофиолет нурҙарҙан артыҡ нурланыуҙан да һаҡларға һәләтле. Уның был үҙенсәлеген төрлө косметик майҙар, кремдар әҙерләгәндә файҙаланырға була, тигән һығымтаға килгән ғалимдар.
Фото:Т.Аманов.