

Шулай итеп, иғтибар менән уҡығыҙ:
Бейек үксә ҡатын-ҡыҙға бер ни тиклем тотороҡһоҙлоҡ бирә. Тимәк, был осраҡта һеҙгә терәк булырлыҡ көслө зат мотлаҡ табылырға тейеш.
Ҡара салбар, аҡ рубашка, сағыу яулыҡ — ябай, шул уҡ ваҡытта ошо образ һәр саҡ күркәм һәм уңышлы.
Атлауығыҙ ирҙәрҙеке кеүек икән, оҙонлоғо тубыҡтан бер аҙ аҫтараҡ булған тар юбка кейегеҙ. Бындай итәк эре баҫырға мөмкинлек бирмәйәсәк)))
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: еңдәр киң булһа, прическағыҙ шыма булһын, ҡыҫҡа күлдәктә икәнһегеҙ, колготки тығыҙ булырға тейеш, сағыу кейем – ябай туфли. Өҫтөгөҙҙә бөтә нәмә лә ялтырамаһын. Хәйер, күҙҙәр генә лә ялтыраһа – яҡшы.
Водолазка бик уңайлы кейем. Ул “артыҡ” ерҙәрҙе лә йәшерә. Тик үҙегеҙгә килешле төҫөн һайлау мөһим. Иң уңышлыһы – ҡара.
Мода – матур “ултырған” юбка, аяҡтарҙы оҙон күрһәткән салбар, кейгәс, осорорҙай булған күлдәк.
Түбән үксәле аяҡ кейеме йорт хужабикәләре һәм олигархтар өсөн. Әгәр ҙә һеҙ тегеһе лә, быныһы ла түгелһегеҙ икән, бейек үксәлене һайлағыҙ.