

Хикмәтле хикәйәт
Энәғараҡ һәм кеше
Бер болонға ҡайҙандыр энәғараҡ осоп килеп сыҡҡан. Был етеҙ бәләкәй бөжәк, эй, ҡыуанған, эй, ҡыуанған, ти. Әле бер үләнгә ҡунған, әле аллы-гөллө сәскәнән-сәскәгә күскән. Хатта сафлыҡты еҫкәгәндәй булып, башын өҫкә күтәреп, тын ҡалған. Ҡанаттарын ҡояшҡа елпеп кинәнгән.
- Ерҙә ошондай гүзәллек икән, ожмахта ниндәйерәк булыуын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел! Аһ, ошо матурлыҡ кеше өсөн барлыҡҡа килтерелгән бит, ул ни тиклем бәхетле! Бәхетле! - тип ҡабатлаған энәғараҡ.
Ә был ваҡытта янынан бер кеше үтеп бара икән. Уның йөҙө шундай булған ки, ҡайҙа ул сәскәләрҙе күреү, бөжәкте төҫмөрләү?! Донъя хәсрәте баҫҡан уны. Ерҙәге матурлыҡты күрмәгәнен, уның ожмах тураһында уйлағаны бармы икән? Аһ, был донъя!..
А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.