Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноября 2023, 09:30

Шыршы ни хаҡ?

Был Яңы йыл байрамы ҡыйбатҡа төшәсәк, буғай. Хатта символ-ағас ҡиммәтләнгән, ти. Тиҙҙән барыһы ла яһалма шыршы ултыртасаҡ. Быныһы, бер яҡтан, яҡшылыр, исмаһам, ҡырҡылмаҫ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шыршы ни хаҡ?Шыршы ни хаҡ?
Шыршы ни хаҡ?

Шыршы һатыла башланымы икән ни? Хәйер, һатып алыусыларҙы алдан ҡурҡыталар шикелле: урман матурҡай быйыл 20 – 40 процентҡа ҡиммәтләнгән, тиҙәр. Был – яҡынса күрһәткес.

Былтыр ҙур булмаған шыршыны 1500 һумға алып ҡуйһалар, хәҙер ике метрҙан бейек елканың хаҡы кәм тигәндә 3500 һум буласаҡ.

Ә һеҙ ысын шыршы ултыртаһығыҙмы әллә яһалманымы? Ғөмүмән, Яңы йыл ҡаршылағанда шыршығыҙ буламы? Әллә был байрамды битараф ҡына үткәреп ебәрәһегеҙме?

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова