Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2023, 13:27

Дәрестәрҙә телефон ҡулланыу тыйылырмы?

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа мәктәптә телефон ҡулланыуҙы тыйыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте. "Был турала ата-әсәләр һәм уҡытыусылар күптән һораны", - тип белдерҙе парламент Рәйесе Вячеслав Володин.

Дәрестәрҙә телефон ҡулланыу тыйылырмы?Дәрестәрҙә телефон ҡулланыу тыйылырмы?
Дәрестәрҙә телефон ҡулланыу тыйылырмы?

Дәрестә ниндәй телефон ти ул?! Тик бөгөн уҡыусылар дәреслеккә ҡарап ултырыуҙан бигерәк смартфондарын "һыйпауҙы" хуп күрә. Йәшерен-батырыны юҡ.

РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Володин фекеренсә, законға төҙәтмәләр индерелһә, балалар иғтибарын дәрестән ситкә йүнәлтмәҫ, уҡытыусының да абруйы күтәрелер ине. Өҫтәүенә, әле күп балала телефонға бәйлелек бар. 

Закон проектын икенсе уҡыуға тағы ла камиллаштырып сығаралар.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас