

Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр.
Әлеге ваҡытта республикала 2800-ҙән ашыу кеше ошондай ауырыуҙар менән яфалана. Шуларҙың яҡынса 1700-ө юары сығымдар талап итеүсе ауырыуҙар программаһы иҫәбенә бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителә. Төбәк бюджеты иҫәбенә был категория пациенттарға иң яңы дарыуҙар һатып алына. Айырыуса ҡатмарлы осраҡта улар алдынғы федераль үҙәктәрҙә консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Атап әйткәндә, Неврология ғилми үҙәгендә һәм Мейе һәм нейротехнология федераль үҙәгендә. Әлеге көнгә беҙҙә нервы-мускулдар ауырыуҙары менән яфаланыусы пациенттарға махсус үҙәктәр юҡ.
Фото:Башинформ.