

Был хаҡта «Башинформ»да үткән брифингта БР төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов хәбәр итте.
"Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был аҡсаларҙың (түләнгән компенсацияларҙың) төҙөлөш тармағына кире ҡайтыуына иҫәп тота инек. Әммә өлөшсөләрҙең күпселеге торлаҡ проблемаларын хәл иткән дә инде», — тип аңлатма бирҙе ул.
Уның һүҙҙәренсә, әле түләнәсәк компенсациялар «Башинвестдом» компанияһының ике йортоноң өлөшсөләренә 1 квадрат метр өсөн 110-115 мең һум күләмендә биреләсәк.
Тәүҙә күп ҡатлы йортто Өфөнөң «Урал» биҫтәһендә төҙөп бөтөү планлаштырылғайны, ләкин хәҙер объекттарҙы тамамлау өсөн аҡса юҡ.
Торлаҡ төҙөлөшө фонды Өфөлә социаль торлаҡты бер квадрат метр өсөн 100 мең һумға һата ала. Аҙыраҡ хаҡ ҡуйырға мөмкин, күберәк ҡуйырға ярамай.
Быйыл республикала 1537 өлөшсөһө булған 19 йорт төҙөлөп бөткән, төҙөлөп бөтмәгән 22 объект һәм 1,2 мең самаһы алданған өлөшсө граждан ҡала.
2019 йылдың 1 ғинуарына 125 «һаҡаллы» төҙөлөш булған. 68 йорт файҙаланыуға тапшырылған.