Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2023, 11:06

"Ярҙам поезы"н иртәгә Стәрлетамаҡта көтөгөҙ

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә. Алдан билдәләнгән график буйынса киләһе туҡталыш — Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Ҡабул итеү иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Адресы - түбәндә.

"Ярҙам поезы"н иртәгә Стәрлетамаҡта көтөгөҙ"Ярҙам поезы"н иртәгә Стәрлетамаҡта көтөгөҙ
"Ярҙам поезы"н иртәгә Стәрлетамаҡта көтөгөҙ

Ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрә. Шулай уҡ осрашыуҙа психологтан, нотариустан, банк хеҙмәткәренән һәм башҡа белгестәрҙән консультация алырға була.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Осрашыу урыны — Октябрь проспекты, 35 (Ҡала мәҙәниәт һарайы)

Ваҡыты — иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 2-гә (11.00 – 14.00) тиклем.

Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268 01 02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас