

Ауыл китапханасылары менән берлектә халыҡ быйылғы мул уңышҡа арнап, “Йәшелсә банкеты” үткәргән. Бында уңышҡа, ауыл хужалығына арналған йомаҡтар, ҡыҙыҡлы һорауҙар ҙа булған, әлбиттә, белгестәр ҙә ҡунаҡҡа килгән. Таҡмаҡ-йырһыҙ ниндәй байрам булһын ти?! Рәхәтләнеп күңел асҡандар. Уңғандар баҡса байлығын да күрһәткән, тоҙланмалар-ҡайнатмалар рецептары менән дә уртаҡлашҡандар. “Түтәл бүләктәре” күргәҙмәһенең ниндәй бай булғанын күрһәгеҙ! Уңышты тәмләп ҡарау, бергәләп сәй эсеү халыҡҡа бик оҡшаған.
Фото: Кармановский СДК