Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2023, 06:55

Сергей Лавров: “Башҡортостан илебеҙҙең дуҫ дәүләттәре менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты. Осрашыуҙың көн тәртибендә – республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләһе.

Сергей Лавров: “Башҡортостан илебеҙҙең дуҫ дәүләттәре менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә”Сергей Лавров: “Башҡортостан илебеҙҙең дуҫ дәүләттәре менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә”
Сергей Лавров: “Башҡортостан илебеҙҙең дуҫ дәүләттәре менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә”

Сергей Лавров билдәләүенсә, Башҡортостан илебеҙҙең дуҫ дәүләттәре менән үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә.

Халыҡ-ара сараларҙы үткәреү мөмкинлектәре булдырыуығыҙҙы ла хуплайбыҙ. Киләһе йылда ла Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумын да яҡшы ойошторасағыҙға ышанабыҙ. Һеҙ ЮНЕСКО эшмәкәрлеге буйынса ла әүҙем ҡатнашыусылар. Беҙ ҡаҙаныштарығыҙҙы яҡшы күрәбеҙ, – тине министр.

Радий Хәбиров осрашыу йомғаҡтары тураһында журналистар һорауҙарына яуап биргәндә әйтеүенсә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса эш алып барылмаһа, төбәкте үҫтереү мөмкин түгел. Әлбиттә, яңы баҙарҙар, яңы партнерҙар табыу бик мөһим. Беҙҙең республикала был йәһәттән ыңғай күрһәткестәр байтаҡ.

Әйткәндәй, Сергей Лавров – Рәсәйҙең ишкәк слаломы федерацияһының Попечителдәр советы рәйесе. Ул Өфөлә төҙөлә башлаған слалом комплексы менән ҡыҙыҡһынып тора. Спорт объектының тәүге сираты быйыл декабрҙә тамамланасаҡ. Киләһе йылда уҡ юғары кимәлдә ярыштар үткәреү мөмкин. Радий Хәбиров федераль министрҙы комплексты ҡарарға саҡырҙы.

Сергей Лавров Радий Хәбировҡа «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә өлөш индергәне өсөн» түшкә таға торған билдәһен тапшырҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас