Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2023, 03:00

Онотторҙолар...

...Ире лә, ҡатыны кеүек үк, һөмһөҙ, хәйләкәр булғандыр, икәүләшеп кәңәшләшкәндәр ҙә, юлсыға оноттора торған бер үләндән сәй эсереп, тауарына хужа булырға уйлағандар. Үлән табылған, унан сәй генә түгел, ә ризыҡҡа ҡушырлыҡ он да эшләгәндәр.

Онотторҙолар...Онотторҙолар...
Онотторҙолар...

Хикмәтле хикәйәт

Онотторҙолар...

Был - һаранлыҡ тураһындағы риүәйәт.

Бер ваҡыт бәләкәй ҡаласыҡтың шундай уҡ бәләкәй ҡунаҡханаһына бер юлсы туҡтаған. Яурынына ҙур төк тауар ҙа йөкмәп алған сауҙагәр, ти ул. Ҡунаҡхана хужабикәһе бик һаран заттан икән. Мосафирҙың тауарын күреп, уны алып ҡалмаҡ булған. Әлбиттә, төрлө хәйлә менән – бушҡа.

Ире лә, ҡатыны кеүек үк, һөмһөҙ, хәйләкәр булғандыр, икәүләшеп кәңәшләшкәндәр ҙә, юлсыға оноттора торған бер үләндән сәй эсереп, тауарына хужа булырға уйлағандар.

Үлән табылған, унан сәй генә түгел, ә ризыҡҡа ҡушырлыҡ он да эшләгәндәр. Баҡһаң, был үҫемлек хәтерҙе юҡҡа сығара, имеш. Теге сауҙагәрҙең ашына ла ҡушҡандар, ҡыҫтап-ҡыҫтап сәй ҙә яһап эсергәндәр. Ҡапыл мосафирҙың йоҡоһо килгән дә бүлмәһенә ҡайтып ятҡан, ә иртәнсәк иртә менән сығып та киткән.

Ҡунаҡхана хужабикәһе бының бүлмәһенә инһә, тауары юҡ, ти. Ире менән яр һалып талашып та алғандар. Сөнки үлән эсерергә тап ул ҡотортто бит. Ә сауҙагәр тауарын бер ҙә онотоп ҡалдырмаған.

Булмаҫ! — тип ҡысҡырған ҡунаҡхана хужаһы. — Ул нимәнелер булһа ла мотлаҡ оноторға тейеш!

Онотто, онотто! — тип башын тотҡан шул саҡ хужабикә.

Нимәһен онотҡан?

Беҙгә йоҡлап сыҡҡан өсөн түләргә онотто... — тигән һаран ҡатын сәсен йолҡор сиккә етеп.

Бына шулай. Хужалар, бер яҡтан, ниәтенә ирешкән – онотторғандар. Икенсе яҡтан үҙҙәре отолған. Фәһем алырлыҡмы?..

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас