

Бөгөн, 23 ноябрҙә, епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа табан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -6,-11 градус.
Иртәгә, 24 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20°, урыны менән -10°, көндөҙ -9, -14°.
Фото: Т. Аманов