

БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, хәҙер түләүгә компенсация алыу өсөн ата-әсәләргә ғаризаны өс ысул менән бирергә мөмкин:
- мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына килеп ғариза яҙырға,
- электрон формала, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ҡалдырырға,
- мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына почта менән ебәрергә.
Республиканың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуҡлы. Беренсе балаға ул — 20%, икенсе балаға — 50%, өсөнсө һәм артабанғы балаларға 70% тәшкил итә.
2023 йылдың ғинуарынан ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1937 һум 40 тин күләмендә билдәләнгән.
Фото: