

Белеүегеҙсә, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, композитор һәм йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 128 йыл тулды.
Әлеге кисәлә уның тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, уға арналған шиғырҙар яңғыраны. Композиторҙың билдәле “Сайҡалалар кәмәләр” йырын да башҡарҙылар. Ғ. Әлмөхәмәтов бер нисә быуын музыканттары әҙерләүсе һәләтле педагог та. Уның исеме ХХ быуаттың 20 – 30 йылдарында бар ерҙә лә ишетелгән – йәйләүҙәрҙә лә, ауыл клубтарында ла, баш ҡала театрҙарының күркәм залдарында ла.
Әйткәндәй, 2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында капиталь ремонт үткәрелгән.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәтенән.