Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2023, 13:14

Универсаль вакцина яһала

Илебеҙҙә билдәле Гамалея үҙәге ғалимдары коронавирустың бөтә вариантына ла ҡаршы тора алырлыҡ вакцина эшләргә тотонған.

Универсаль вакцина яһалаУниверсаль вакцина яһала
Универсаль вакцина яһала

Гамалея исемендәге ғилми үҙәк етәксеһе Александр Гинцбург белдереүенсә, бында уйлап тапҡан технология ярҙамында антиесем булдырыла. Баҡһаң, ул антиесемдең щуп һымаҡ өҫтәмә структураһы була икән. Шул нәмә вирусҡа иң төпкә тиклем инеп, ҡаршы тора ала.

Әллә инде. Коронавирустың яңы штаммдары бер ниндәй ҙә вакцинаға бирешмәҫ һымаҡ. Йәшен тиҙлегендә үҙгәрәләр, йоғалар, һаулыҡты ҡаҡшаталар бит.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас