

Мәрйәм ШӘМСИЕВА Салауат районының Лаҡлы ауылында тыуып үҫкән. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, Илеш районында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. 37 йыл педагогик стажға эйә. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Торасы ауылында йәшәй. Өс китап авторы, ижадында ауыл тормошон, йәшәйешен һүрәтләй.
"Һине көттөм"
(Хикәйә)
Зиннәтулла ҡарт йоҡлай алманы бөгөн төндә. Кистән яҡшы ғына йоҡлап китһә лә, бер сәғәт тә үтмәгәндер, баҫлығып, нимәнәндер ҡурҡып, уянып китте. Кемдер уға: "Эшләйһе эштәрең бар, эшләп бөтөр, бөтөр," − тип, бер нисә тапҡыр ҡысҡырғандай тойолдо. Шыбыр тиргә батып, уянып китте ул. Тороп ултырҙы, аяҡтарына ҡыҫҡа ҡаталарын эләктереп, өй буйлап ары-бире йөрөргә кереште. Бик оҙаҡ урындыҡта ла уйланып ултырҙы: "Ниндәй эшләйһе эштәре булыр һуң уның шулай киҫекмәҫтән. Улайға китһә, кешенең үлгәндән һуң да өс көнлөк эше ҡала тиҙәр". Таң атҡанын, яҡтырғанын, тәҙерәнән ҡарап, йөрөй-йөрөй көтөп алды. Бибинур Зиннәтуллаһы өсөн бигерәк борсолдо: “Ҡара әле һин уны? Ни булды һуң һиңә бөгөн? Ғүмергә булмағанды..." − тип, ҡартын төрлөсә тынысландырып ҡараны. Төн уртаһында ҡайнатып, сәйләп тә алған булдылар.
Офоҡтан ҡыҙарып ҡояш сығыуға, Зиннәтулла көрәген күтәреп, ихатаға сығып басты. Хоҙайға шөкөр, матур ҡынаҡырпаҡ ҡар яуған. Яйлап ҡына көрәргә кәрәк. Ҡар көрәргә ярата ул, тәртибен белеп, матурлап башҡара ул эште. Хәйер, бер ваҡытта ла эште иренеп эшләмәне. "Эшең һиңәҡарап, көлөп торһон, бына был эшләне мине," − тип өйрәтеп үҫтерҙе уларҙы аталары Шаһит ағай. Уның кеүек, эшен тамамлағас, бер яҡ ситкә баҫып, һөҙөмтәһенә һоҡланып торорға яратты Зиннәтулла ғүмер буйына. Шундай уйҙар менән урамға уҡ сығып китте ҡарт: "Әһә, башҡалар ҙа ҡыймылдай башлаған, һирәк өйҙәрҙә уттар күренә".
− Ни хәлдә Зиннәтулла ағай? Бик иртәләгәнһең түгелме?
Башын күтәреп ҡарауға, янында күршеһе Заһиттың баҫып торғанын күрҙе. Хәл-әхеүәл белештеләр, аҙыраҡ ауыл хәлдәрен һөйләшеп торҙолар. Заһиттың ҡайҙалыр ашыҡҡанын һиҙенеп, бараһы юлынан оҙаҡлап бүлгеһе килмәне Зиннәтулланың.
– Ҡайҙалыр ашығаһыңмы әллә?
− Шулайраҡ ине шул күрше. Әйтһәм әйтәйем инде, Ғәзим ағай бик ҡаты сирләп киткән әле. Төндә лә бер хәлен белеп ҡайтҡан инем, тағы бер барып киләйем әле, тимен. Ярай, ағай, юлымда булайым әле мин.
Шәп-шәп атлап китте Заһит. Хәбәрен һөйләне ул күршеһенә, ләкин ниңәлер Зиннәтулла ағаһының йөҙөнә күтәрелеп тә ҡараманы. Юғиһә аңлар ине күршеһенең хәлен. Ағарып ҡатты Зиннәтулла, ҡулынан көрәге төшөп китте. “Бына бит әй, эшләйһе эштәрең бар, эшләп бөтөр, бөтер. Хоҙай белдерткән бит уға, эшләйһе эштәре барын. Бер үк иҫән була күрһен Ғәзим энеһе...”
Эйе, Ғәзим Зиннәтулланың тыуған энеһе. Бармаҡ менән бармаҡ араһына ит үҫмәй тигән кеүек, туған-тыумаса араһында ла шулай мәңге берекмәҫ низағтар сыға икән ул тип-тигеҙ ерҙә. Ҡарт ни эшләргә белмәне: көрәген ташлап, тиҙ-тиҙ генә Ғәзимдәр йәшәгән яҡҡа атламаҡсы була ла, тағы кире ҡапҡаһына ыңғайлай. Туҡта, Бибинуры янына инһен әле ул, бирһә ул бирер дөрөҫ киңәште.
Ҡарсығы ла был хәбәрҙе ишетеүгә бер аҙ юғалып ҡалды. Тауыш-тынһыҙ ғына Зиннәтуллаһына таҙа кейемдәр әҙерләп бирҙе. Эй, ҡатын-ҡыҙ, тиҙ аңлай бит ул хәлкәйеңде, бигерәк тә уның Бибинуры.
– Барып хәлен белергә кәрәк Ғәзимдең. Ғүмер буйы шулай сирләп йәшәне, үткенсе булһын Хоҙайым, − тип, ҡапҡа төбенә сығып оҙатып ҡалды. Башта шәп-шәп атлаған булды Зиннәтулла. Һуңыраҡ аҙымдары аҡрынайҙы, бер-ике ерҙә туҡтап-туҡтап, уйға сумып баҫып торҙо. Кире өйөнә табан ыңғайлап алды, тағы Ғәзимдәргә шәп-шәп атлап китте. Ауыр, бик ауыр ине ҡартҡа ошо өйөнән Ғәзимдәргә тиклем араны үтеүе. Нисек, ҡасан ике туған араһына бындай һалҡынлыҡ барлыҡҡа килгәнен үҙе лә ныҡлап хәтерләмәй Зиннәтулла. Әллә ниңә тыуғанда уҡ бик сирләшкә булып тыуҙы Ғәзим. Һәр ваҡыт әсәһенең ҡосағында шыңшып илап ултырғанына бала саҡтан уҡ асыуы килә ине ағай кешенең. Уны ғына ҡарап ултырыумы һуң әсәләренең эше?! Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҫыуҙағы эш, өйҙә һинең сирле балаң бар тип, һорап тороу юҡ. Күберәк Ғәзимде ҡарау апаһы Гөлсөм менән Зиннәтуллаға төште инде. Алмаш-тилмәш әсәләре янына ярҙамға ла өлгөрә инеләр әле. Эй асыуы килә ине ағаһының ҡай саҡ энеһенә. Урамға сиҙәмгә алып сығып ултырта, ат булып, күпме өҫтөндә атландырып йөрөй, атландырғыс яһап биргән була – юҡ, бөтә белгәне илау. Теге лә ярамай уға, был да. Күберәк энеһен ҡарап үтте Зиннәтулланың бала сағы. Нығынып китте үҫә-үҫә үҙе ярай. Хатта һалдат хеҙмәтенә лә барып ҡайтты. “Тик холҡон әйтер инем, үҙгәрмәне. Бала саҡтан килгән ғәҙәтте ғүмер буйы ҡыуҙы малай. Бөтә яҡшы нимә уға булһын, уны ғына ҡараһындар, уға ғына ярҙам кәрәк". Ҡайһы ваҡыт йоҙроҡ төйнәп алыуҙан ағай булыуы ғына тыйып тора ине Зиннәтулланы. Өйләнешеп, үҙаллы йәшәй башланы ике туған, йыйнаҡ ҡына өй ҙә һалып сыҡтылар. Ғәзим һаман шуны ҡыуҙы: өй һалышырға көн һайын балта тотып атай ҙа, ағай ҙа килергә тейеш. Ярҙам итмәнеләр түгел, күп ярҙамдары тейҙе атай-әсәһенең дә,Зиннәтулланың да. Тик атай-әсәй мәңгелек түгел, ағаһының да үҙ дөньяһы, үҙ эше. Бына шунда һыртын ҡабарта башланы булһа кәрәк Ғәзим. Бер көн улдарының икеһен бергә саҡырып, атайҙары шундай һүҙ башланы:
− Зиннәтулла улым, асыулана күрмә бер ук. Мал-тыуарға, өйгә Ғәзимдәр хужа булыр инеде, – тине. Был васыятҡа ҡаршы бер генә һүҙ ҙә әйтмәне оло малай.
−Атай, һүҙем юҡ. Төҫөң итеп тотормон , салғың менән кәбән ҡойғос өсаяҡ һәнәгеңде бирерһең бит миңа.
Шаһит ағай, көлөмһерәп, һиндә инде бар тотҡа тигәндәй,оло улына йылы ҡараш ташланы.
Ғәзим бер йыл һыйыр аҫрап ҡараны. Икенсе йылды, сатлама һыуыҡта, һыйырҙы етәкләп, ағайҙарына килеп инде:
− Булмай минән, мә үҙең ҡара. Уны ҡарайыммы, үҙемдеме.. − шул булды энеһенең әйткәне.
Нишләһен, бер һүҙһеҙ алып ҡалды малҡайҙы Зиннәтулла. Ташлатҡан булған икән һыйыр, яҙғылыҡҡа быҙауланы. Тик быҙаулап өс-дүрт көн дә үтмәне, ҡапҡала ҡулына еп тотҡан Ғәзим күренде:
− Һыйырҙы алырға килдем. Һеҙгә кәрәк һөт-ҡатыҡ беҙгә лә кәрәк, − тип, етәкләп алып ҡайтып китте һыйырҙы. Нишләһен Зиннәтулла, быҙауҙы етәкләп эйәрҙе һыйыр артынан, өйөнә тиклем илтеп ҡуйышты. Эсендә буран ҡоторһа ла, һиҙҙермәне энеһенә. "Кемдеке – һинеке, улыҡайым, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам ит инде шуға," − атаһы шулай тип, ялбарып әйтте бит оло улына. Бындай хәл йыл һайын ҡабатланды, тешен ҡыҫып түҙҙе ир. Бер иҫкә төшөрә башлаһаң... Аталарының бик яҡшы бесәнлектәре бар ине. Ғәзим сапмаһа, үҙем сабайым әле шул бесәнлекте тиеп барһа, энеһе ҡаршыһына салғы күтәреп килеп сыҡты:
– Килә күрмә был бесәнлеккә, үҙеңде сабам. Салғыһын ғына алғаның етмәгән, инде бесәнлеге лә кәрәкме? – тип, ҡысҡыра-ҡысҡыра килмәһенме. Һөйләшеп килешерлек тә түгел хатта. Әләф-тәләф итеп сабылған бесәнлеккә бик оҙаҡ ҡарап торҙо ла, башын эеп, ҡайтып китте Зиннәтулла. Ике бер туған араһында бындай сикәләшеүҙәр һирәк-мирәк булһа ла сығып торҙо шулай. Һуңынан инде, оло булараҡ, ситкә китеүҙе ҡулайыраҡ тапты Зиннәтулла: "Аҡылһыҙ еңдем тиер, аҡыллыһы юл ҡуйыр," − тиҙәр бит әле, әйҙә шулай булһын. Әммә: "Туған туған булып ҡала, йән тартмаһа ла ҡан тарта," − тип бер ҙә юҡҡа халыҡ йырламайҙыр. Энеһен йыш-йыш иҫкә ала, урамдан үтеп барғанын күрһә, ҡаршыһына йүгереп сыға, Ғәзимде етәкләп, өйөнә саҡырып ҡараған була. Бына шулай ут эсендә саба-саба йылдар үтеп тә китте. Инде сикә сәстәре ағара башланы кеүек.
Шуларҙы уйлай-уйлай килеп етте Зиннәтулла энеһенең өйөнә. Күптән аяҡ баҫмаған ихатаға аяҡ баҫты, шым ғына күтәрмәнән менде. Һәр ҡағылған ҡойма, таҡта, атаһы менән өсәүләшеп һөйләшә-һөйләшә эшләгән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, күҙенә йәштәр килде. Һәр береһен ҡулдары менән һыйпап-һыйпап һөйөп алды. Өйгә үтеү менән түрҙәге карауатта ятҡан энеһен күреп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Йүгерә-атлай янына килде лә, теҙләнеп, бала саҡтағы кеүек, етәкләп алып китергә теләгәндәй, ҡулдарына тотондо. Ғәзимдең күҙ ҡабаҡтары әкрен генә дерелдәп торҙылар ҙа, асылдылар. Үҙе йылмайғандай итте, был һин бит ағай, таныным, тигәндәй, Зиннәтуллаға төбәлде. Шулай һағынып күрешер өсөн, шул тиклем йылдарҙы юғалтырға кәрәк булдымы икән?!
– Ҡулдарың йылы ағай, бәләкәй саҡтағы кеүек. Һине көттөм... – Тыштан өшөп ингән ағаһының ҡулдарын йылы тип,ҡыҫып тотто Ғәзим. Күпме йылдар бер-береһенең йылылығын тоймаған ике туған, бер-береһенә нисә йылдар бирә алмаған йылылыҡты биреп бөтөрөргә теләгәндәй, ҡулдарын ҡулдарҙан ала алмайса бер-береһенә төбәлде. Бик күп йылдар бер-береһенә әйтә алмайса, йөрәктәрендә йыйған йылы һүҙҙәрҙе шым ғына, күҙ йәштәре, күҙ ҡараштары аша аңлашалар ине улар...