Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2023, 08:00

Башҡортостан Башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән "тура линия" форматында даими осрашып тора. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, әле етәкселек ошо әһәмиәтле сараға әҙерләнә башлаған. 

Башҡортостан Башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәкБашҡортостан Башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк
Башҡортостан Башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк

БР Башлығы үткәргән тура бәйләнеш халыҡ араһында бик популяр. Һорауҙар, әлбиттә, программа барған бер нисә сәғәттә генә түгел, ә унан күпкә алдан бирелә башлай. Былтыр шундай сара октябрҙә уҙғайны. 

Алдан яҙыуыбыҙса, Рәсәй Президенты тура бәйләнешен 14 декабргә күҙаллаған. Хәбировтың теүәл көнө әлегә билдәле түгел. Әммә ул мотлаҡ буласаҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас