

Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән өлкән йәштәге ир кисен үҙенең шешәләшен эйәртеп алып ҡайта. Хужабикә асыуланып, ҡунаҡты ҡыуып сығарғас, ире уның битенә сәпәй, шунан балта менән баҫтыра башлай. Ҡатын балконға инеп бикләнә, ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Ир тәҙрәне ватып, балконға инергә маташа, был ваҡытта шау-шыуҙы ишеткән кешеләр өй янында йыйыла. Береһе аҫҡы ҡаттағы фатирға күтәрелеп, балконға инә лә, ҡатынға аҫҡа төшөргә өгөтләй. Үҙе уны тотоп алырға әҙерләнә, ерҙә кешеләр ҡатынды страховкалау өсөн әҙер тора. Ҡатынды ҡотҡаралар, ә ирҙең фатирына осраҡлы үтеп барыусы күтәрелеп, полиция килгәнгә тиклем уны тотҡарлай. Ир хәҙер СИЗО-ла, ҡатыны уға ҡарата ғариза яҙған.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001508868805

