Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноября 2023, 10:00

Талантлы уҡытыусы Әлиә Рәхимова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Талантлы уҡытыусы Әлиә Рәхимова ижадынан бер шәлкемТалантлы уҡытыусы Әлиә Рәхимова ижадынан бер шәлкем
Талантлы уҡытыусы Әлиә Рәхимова ижадынан бер шәлкем

Әлиә РӘХИМОВА Ғафури районының Бәләкәй Үтәш ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡырмыҫкалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында башлай. 35 йыл педагогик стажға эйә. Бер шиғри йыйынтыҡ авторы.

 

Әсәйле бала саҡ...
Тәлгәш-тәлгәш ҡыҙыл балан
Йыя ине әсәйем.
Баландан ҡойған ҡаҡтарҙың
Тәмен һаман иҫләйем.

Бешер ине тәмле итеп
Мейестә балан емеше.
Һәр кемгә лә сығыр ине
Бәлештән үҙ өлөшө.

Сәй ҡайнатыр ине әсәй,
Өй эсе шундай йәмле!!
Хатта балан емеше лә,
Әсе түгел бик тәмле.

Балан еҫе, балан тәме
Таныш бала сағымдан.
Шуғалыр ҙа әсәйемде,
Бала саҡты һағынам.

 

Тыуған еремә
Тыуған ергә булған һөйөү
Илһам өҫтөй күңелгә.
Үҙ ереңдә кесәрткән дә
Сәскә кеүек күренә.

Ҡоштар һайрауы ла моңло,
Тыуып үҫкән еремдә.
Сәстәремдән һыйпап үтә
Хатта иҫкән еле лә.

Тыуған тупрағым йылы,
Үләндәре хәтфәле.
Сәскәләре төрлө-төрлө,
Мөғжизә, иҫ китмәле.

Тыуған ерем бигрәк ғәзиз
Шунда тыуып үҫкәнгә.
Ялан аяҡ үләненән
Йүгреп, атлап киткәнгә.

 

Күңелең матур булһын
Кешегә уйланыу кәрәк:
Нисек йәшәй донъяла?
Ниңә шулай ҡай сағында
Аҡ һәм ҡара бутала?

Аңлаһын ине әҙәмдәр,
Ҡара уй яҡшы түгел.
Донъя аҡ, яҡты булмай ул
Насарға тулһа күңел.

Башланһа көнөң яҡшынан
Яман уйҙар һүрелер.
Изгелек булһа күңелдә
Донъя яҡты күренер.

Аҡты ҡаранан айырып,
Йәшәйексе донъяла.
Фани донъя сикһеҙ түгел,
Барыбыҙҙан да ҡала.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас