Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2023, 04:27

Яңыртылған күпер тағы 50 йыллап хеҙмәт итәсәк

Баш ҡалабыҙҙың Шаҡша биҫтәһе янында Өфө йылғаһы аша автомобиль күперен капиталь ремонтлау дауам итә. Әле бында 70 кеше эшләй.

Яңыртылған күпер тағы 50 йыллап хеҙмәт итәсәкЯңыртылған күпер тағы 50 йыллап хеҙмәт итәсәк
Яңыртылған күпер тағы 50 йыллап хеҙмәт итәсәк
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса күперҙә иҫкергән конструкциялар алмаштырыласаҡ. Эш барышында транспорт хәрәкәте сикләнеп тора. Уның ҡарауы ремонт тамамланғас, барыһы ла уңыйлы буласаҡ.
Килешеү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре 2025 йылдың 1-се кварталында тамамлана. Әйткәндәй, проект хаҡы 2,161 млрд һум.
Фото: Минтранс РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас