Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2023, 12:29

Улы менән күрешергә МХО зонаһына барған

Кушнаренко районында йәшәүсе ҡатын махсус хәрби операция үткәрелгән зонаға улы менән осрашырға барыуы тураһында БСТ телекомпанияһы хәбәр итә.

Улы менән күрешергә МХО зонаһына барғанУлы менән күрешергә МХО зонаһына барған
Улы менән күрешергә МХО зонаһына барған

Светлана Гәрәева Донбасҡа Башҡортостандан гуманитар конвой менән килгән. Ҡатын республика хәрбиҙәре өсөн гуманитар миссия ойоштороуҙа ла ҡатнашҡан.

- Улымды күптән күргәнем юҡ. Һуңғы ваҡытта уның менән йыш аралаша алмайым. Ул апрель аҙағында ялға ҡайтҡайны. Шул ваҡыттан алып алты айҙан ашыу күрешмәнек. МХО зонаһына туғандарым менән килдек, барыһы ла яҡшы, - тип Светлана Гәрәеваның һүҙҙәрен килтерә БСТ.

Фото: видео скриншоты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас