

20 см оҙонлоғондағы керән тамырына таҙартмай ғына яҡшы итеп йыуып, ваҡ ҡына итеп тураҡлап, бер литрлыҡ быяла шешәгә (банкаға) төшөрөргә. Шунда уҡ 9 һарымһаҡ бүлкәтен ваҡлап ҡушырға. Өҫтөнә яңы ғына алынған һыра ҡойоп, 10 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ эсергә. Артабан көнөнә өсәр тапҡыр ашарҙан алда берәр аш ҡалағы эсергә. Был төнәтмә менән бер ай эсендә ҡандағы юғары шәкәр кимәлен төшөрөргә мөмкин.