Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2023, 02:30

Салауат театры сәхнәһендә Ҡазандар сығыш яһай

"Ҙур гастролдәр" федераль программаһы ярҙамында тамашасылар башҡа төбәк театрҙары ижады менән дә таныша ала.  

Салауат театры сәхнәһендә Ҡазандар сығыш яһайСалауат театры сәхнәһендә Ҡазандар сығыш яһай
Салауат театры сәхнәһендә Ҡазандар сығыш яһай

Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Ҡазанда, Ғабдулла Кариев исемендәге Татар дәүләт йәш тамашасылар театры бинаһында гастроллдәре үткәйне. Сират - ҡазанлыларға!15 -17 ноябрҙә улар Салауат ҡалаһында сығыш яһай.

Ҡунаҡтар Башҡортостан тамашасыларына 15 ноябрҙә В. Шекспирҙың данлыҡлы "Ромео һәм Джульетта" драмаһының яңыса ҡуйылышын күрһәтә. Әйткәндәй, спектаклдең режиссеры - Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Илсур Ҡаҙаҡбаев.

16 ноябрҙә иһә сәхнәгә Ҡол Ғәлиҙең поэмаһы нигеҙендә ҡуйылған "Йософ" сыға. Рәүиә Мухина әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән "Аҡ сәскәләр кеүек..." драмаһы ( ике спектаклдең дә режиссеры - Ренат Әюпов) 17 ноябрь көнө күрһәтелә.

Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас