

Уларҙың законһыҙ эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла, улар кәмендә 86 уйын ҡорамалын тартып ала. Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таный. Суд ойоштороусыларға шартлы рәүештә 3 йылдан алып 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү, 2 йылдан алып 3 йылға тиклем һынау срогы һәм 150 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләй. Төркөмдә ҡатнашыусыларға шул уҡ осорға һынау срогы менән шартлы рәүештә 1 йылдан 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү тәғәйенләнә. Хөкөм ҡарары закон көсөнә инмәгән әле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.