

Федераль кабинеттың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2023 йылдың февраленән дәүләт льготалы кешегә участка буйлап газ үткәреү һәм уны өйгә тоташтырыу буйынса сығымдарҙы өлөшләтә субсидиялай. Бындай субсидияның суммаһы 100 мең һумдан кәм түгел.
Социаль газлаштырыу программаһында ҡатнашҡан бөтә льготалыларҙың да яңы ҡағиҙәләр буйынса субсидия средстволары менән файҙаланыу мөмкинлеге буласаҡ.
2023 йылда социаль газлаштырыу сиктәрендә льготалылар өсөн субсидияларға бөтәһе 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был льготалылар һәм газ бүлеү ойошмалары араһында 18 меңдән ашыу килешеү төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.
Социаль газлаштырыу программаһы 2021 йылда РФ президенты ҡушыуы буйынса эшләй башлай.
Башҡортостанда әле газлаштырыу программаһы сиктәрендә Учалы, Бөрйән, Күгәрсен райондарында дөйөм оҙонлоғо 113 саҡрым булған бер юлы өс ҡасаба–ара газ үткәргес төҙөү тамамлана.
Фото: Башинформ.