Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2023, 12:00

Мажара ярата беҙҙекеләр

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә “мажаралы туризм” үҫә икән. Халыҡ төпкөлгә барырға, һалда йөҙөргә, тауға үрмәләргә, тәбиғәт ҡомартҡылары булған урындарға сәйәхәт итергә ярата. Бындай туризм күрһәткесе бер йылда 30 процентҡа үҫкән.

Мажара ярата беҙҙекеләрМажара ярата беҙҙекеләр
Мажара ярата беҙҙекеләр

Айырыуса мәскәүҙәр мажаралы турҙарға йыш сыға. Билдәле инде – кеше мыжғып торған мегаполистан ҡасып, ҡырмыҫҡа, бөжәк-фәлән, кейек-януар мыжғып торған урманға барыуы ҡыҙығыраҡтыр ҙа.

Туристар Алтай яҡтарына күп бара. Дағстан, Карелия ла халыҡҡа ҡыҙыҡ. Иркутск, Мурманск өлкәләре лә быйыл сәйәхәтселәрҙе күберәк ҡабул иткән. Төньяҡ Кавказ, Ҡарасай-Черкес, Адыгея, Төньяҡ Осетия кеүек төбәктәр ҙә популярлаша. Мажара эҙләүселәр уртаса 35 – 44 йәштә. Шулай тип иҫәпләп тә ҡуйғандар.

Фото: Автор фотоһы (Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығы).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас