Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2023, 08:41

Үлемесле авария

Мәсетле районында полиция хеҙмәткәрҙәре кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһын тикшерә.

Үлемесле аварияҮлемесле авария
Үлемесле авария

Авария кисә Оло-Ыҡтамаҡ ауылының Сәнәғәт һәм Салауат Юлаев урамдары сатында булған. 

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт алтылар тирәһендә 70 йәшлек "Опель Астра" водителе урам сатында юл бирмәй һәм "Тойота Камри"ға бәрелә, уның руле артында 30 йәшлек ир-егет була. Һөҙөмтәлә ике водитель һәм "Тойота"ның 37 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Бер аҙҙан "Опель" водителе хирургия бүлегендә йән бирә. Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башлана. Ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау өсөн бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
 
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас