

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2018 йылда ошо ҡатын 1979 йылғы ир менән бергә спиртлы эсемлек эскән. Ирешеп киткәстәре, ҡатын ирҙе бита менән туҡмап үлтерә, ә енәйәтте йәшерергә ҡарар итә. Уға элекке ире һәм ағаһы ярҙамлаша. Улар бергәләп ҡорбанды келәмгә төрөп, яҡындағы урманға алып барып күмәләр. Үлтереү ҡоралын ҡатын яндырған.
Был турала һаманғаса бер кем дә белмәҫ ине. Ләкин енәйәт ҡылғандан һуң ҡатын ғауғалап, ирҙе үлтереүе тураһында апаһына әйтеп ташлай. Туғаны шаҡ ҡата, әммә полицияға хәбәр итмәй, сөнки ғәйепләнеүсе өсөн ҡурҡа. Ҡорбанды киләһе йылда, хәбәрһеҙ юғалған, тип иғлан итәләр.
Быйыл ҡатындың апаһының выжданы уянып, ул һеңлеһенең енәйәте тураһында полицияға хәбәр иткән. Элекке ире ҡорбандың кәүҙәһен табырға ярҙам итә һәм ҡылығын таный. Ғәйепләнеүсе иһә ғәйебен инҡар итә. Уны һаҡ аҫтына алғандар, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.