Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2023, 11:56

Кадрҙар үҙәктәрендә кешеләрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн бөтә кәрәкле нәмә буласаҡ

Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кадрҙар үҙәктәрендә кешеләрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн бөтә кәрәкле нәмә буласаҡКадрҙар үҙәктәрендә кешеләрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн бөтә кәрәкле нәмә буласаҡ
Кадрҙар үҙәктәрендә кешеләрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн бөтә кәрәкле нәмә буласаҡ

Министрҙың әйтеүенсә, Рәсәй хеҙмәт министрлығы 2022 йылда комплекслы модернизациялау буйынса проектты башлау тураһында иғлан итеп, беренсе тулҡында Рәсәйҙең 17 субъекты ҡатнаша: "Беҙ икенсе тулҡынға башҡа 11 субъект менән бергә эләктек. Алдағы йылда республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре селтәре яңыртыласаҡ. Был проектта ҡатнашыу арҡаһында беҙ мәшғүллек хеҙмәтен Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе итеүҙән тыш, республика халҡының мәшғүллек күрһәткестәрен яҡшыртасаҡбыҙ. Иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе - Өфөлә республиканың Идарасы кадрҙар үҙәген булдырыу. Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу айҡанлы ошондай төп социаль объектты асыу баш ҡала халҡына яҡшы бүләк булыр ине. Радий Фәрит улы, беҙ был мөһим мәсьәләне Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә тикшерергә һәм тейешле тәҡдимдәр индерергә әҙербеҙ".

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова