

Ике көн дауамында 2005-2006 йылғы егеттәр һәм 2004 йылғы ир-егеттәр 10 ауырлыҡ категорияһында миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Ярыштарҙы асыу тантанаһы 18 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә була. Еңеүселәр һәм призерҙар 19 ноябрҙә билдәләнәсәк. Инеү ирекле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Быйыл турнир өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Проект Башҡортостан Республикаһында көрәште популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, йәштәр араһында физик культураны һәм спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының билбау көрәше һәм көрәш спорт федерацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.