Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2023, 03:30

"Йәшлек гүзәле" еңеүсеһе халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Илүзә Иҫәндәүләтоваға уңыштар теләйбеҙ!  

"Йәшлек гүзәле" еңеүсеһе халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша"Йәшлек гүзәле" еңеүсеһе халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша
"Йәшлек гүзәле" еңеүсеһе халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

"Luna Models" моделдәр агетлығы (етәксеһе Луиза Зәкирйәнова) тәрбиәләнеүсеһе, "Йәшлек гүзәле - 2020" конкурсы еңеүсеһе Илүзә Иҫәндәүләтова Һиндостанда үткән "МИСС АЗИЯ" халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенә юлланды. Еңеүсе 15 ноябрь көнө билдәләнәсәк. Әлеге ваҡытта донъяның төрлө илдәренән килгән сибәркәйҙәр финалға әҙерләнә, фотосессия үткәрә. 

Илүзә - Сибай ҡыҙы, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. "Мисс Республика - 2021", "Miss Continental Russia-2021", "Мисс Уфа-2020" титулдарына эйә. Яҡташыбыҙға был конкуста ла еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас