Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2023, 05:58

Балаларығыҙҙы машинала яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Хәүефле хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Ата-әсәләр уғата иғтибарлы булһын ине. Етмәһә, һалҡын миҙгел яҡынлаша...

Балаларығыҙҙы машинала яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!Балаларығыҙҙы машинала яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Балаларығыҙҙы машинала яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Магадан ҡалаһында булған хәл. 20 градус самаһы һыуыҡ бер көндә урамдан китеп барған йәйәүле юл ситендә ултырған машина эсендә бала илаған тауышты ишеткән. Ир тиҙ генә полицияға хәбәр итә һалған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп ҡараһа, машинала яңғыҙы һәм йылы кейемһеҙ бәләкәй бала ята, имеш. Һуңынан асыҡлана – бәпескә ике йәш тә тулмаған.

Был ваҡытта машинаның двигателе һүнгән, ә бала өшөгән булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәлде аңлап алғас та, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан. Ипләп кенә быяланы ватып, ишекте асҡандар һәм табиптар килгәнсе баланы йылы патруль машинаһына күсергәндәр.

Хәҙер әсәнең шәхесе тикшерелә. Әйткәндәй, ул ҡалаға эшкә урынлашырға килгән булған. Ҡатын полиция менән һөйләшеүҙән баш тартҡан. Ә бала илауын ишетеп тә битараф үтеп китмәгән ирҙе бүләкләйәсәктәр.

Өлкәндәр, зинһар, балаларҙы машинала яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас