

Быйыл ул икенсе тапҡыр ялға ҡайтты. Башта Юлыҡ ауылы зыяратын кәртәләү өсөн 5000 һум аҡса менән ярҙам иткән. Көҙгө каникулда иһә үҙенең улы менән бергә,күршеләрендәге, туғандары араһындағы аталары үлгән, йә тулы булмаған ғаиләлә үҫкән балаларҙы Красноусолға алып барып, һәр береһенә бер ҡат ҡышҡы кейем алып һөйөндөргән.
Ноябрь урталарында “Азимут” ҡабат юлға сығасаҡ.