Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2023, 16:24

Йәйәүлеләр үткәүелендә лә уяу булығыҙ!

Кисә киске сәғәт алтылар тирәһендә 35 йәшлек водитель "Хендай Элантра" автомобилендә Өфөнөң Блюхер урамында йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 12 йәшлек малайҙы бәрҙергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйәүлеләр үткәүелендә лә уяу булығыҙ!Йәйәүлеләр үткәүелендә лә уяу булығыҙ!
Йәйәүлеләр үткәүелендә лә уяу булығыҙ!

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән малайҙы травма пунктына алып киләләр һәм ярҙам күрһәткәндән һуң өйөнә ҡайтаралар.

Кисә көндөҙгө сәғәт ун икелә 74 йәшлек водитель "Сузуки Гранд Витара" автомобилендә Өфө шоссеһы буйлап Рәсәй урамы йүнәлешендә барған саҡта көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 49 йәшлек ҡатынды бәрҙерә. Һөҙөмтәлә төрлө йәрәхәттәр алған ҡатын дауаханаға оҙатыла.


Был ваҡиғалар буйынса административ тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова