Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2023, 13:48

Стәрлетамаҡта "маршрутка" янған

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә хәрәкәт барышында пассажирҙар "Газеле" янып китә.

Стәрлетамаҡта "маршрутка" янғанСтәрлетамаҡта "маршрутка" янған
Стәрлетамаҡта "маршрутка" янған

Салонда 10 кеше була. Капот аҫтынан сыҡҡан төтөндө күреп, водитель юл ситендә туҡтай һәм бөтәһенә лә салондан сығырға ҡуша. Зыян күреүселәр, һәләк булыусылар, шөкөр, юҡ.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре утты һүндерә.

Бөтә водителдәргә лә автомобилде ваҡытында техник тикшереү үтергә һәм двигателде янар йылытҡыстар менән ҡапламаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Машинала мотлаҡ ут һүндереүсе булһын.

Фото: МЧС РБ.

Стәрлетамаҡта "маршрутка" янған
Стәрлетамаҡта "маршрутка" янған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас