

Киске сәғәт ете тирәһендә Артем урамында 35 йәшлек водитель "Лада Калина" машинаһында 39 йәшлек ирҙе бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле ауыр йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем йән бирә.
Уның өҫ кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юҡ. Ярамаған ерҙән юл аша сығып барған булған...
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә шарттары аныҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.