Диетолог кәңәштәре
Был кәңәштәрҙе тотһағыҙ, кәүҙәгеҙ ҙә еңеләйеп ҡалыр, ашҡаҙан-эсәктәр ҙә ауыртып яфаламаҫ.
- Оло кешегә көнөнә кәмендә 2 л һыу эсергә.
- Аш эшкәртеү трактын эшләтеп ебәреү өсөн, йоҡонан уянғас та бер стакан һыу эсергә. Ярты сәғәттән һуң ғына иртәнге сәй эсергә ярай.
- Ашарҙан ярты сәғәт алды ярты стакан һыу эсеүҙе ҡағиҙә итеп алығыҙ.
- Ашты һыу менән йыумағыҙ, ашағандан һуң 40 минуттан һуң ғына сәй йә һыу эсергә ярай.Туҡланыу рационын көнөнә 5 – 6 тапҡырға бүлегеҙ. Шул осраҡта организм запасҡа май йыймаясаҡ.
- Һуңғы тапҡыр йоҡларҙан өс сәғәт алда ашарға ярай. Һыуҙы иһә һәр ваҡыт эсергә мөмкин.
- Сәй менән ҡәһүәне шәкәр һәм башҡа тәмле-татлы ҡушмайынса эсергә ғәҙәтләнегеҙ.
- Картуфты аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға тырышығыҙ. Уныһын да һыуҙа, йә мейестә бешереп.
- Виноград менән банан калорияға иң бай ризыҡтарҙан һанала, шунлыҡтан ябыҡҡансы тиклем уларҙан баш тартырға мөмкин. Картуф кеүек үк аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға ярай.
- Аҙнаһына бер тапҡыр ашҡаҙанды ял иттереп алыу фарыз.
- Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының әүҙемлеге киске сәғәт 6-ла көслө була, шунлыҡтан ошо ваҡытты күнекмәләр өсөн файҙаланырға кәңәш ителә.
- Спорт хаҡында һәр саҡ хәтерҙә тотоғоҙ. Иртәле-кисле еңелсә зарядка эшләү файҙалы. Улар матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Йүгереп килергә йәки һуҙылып алырға һәр саҡ мөмкинлек бар.
- Спорт өсөн иң ҡулай ваҡыт көндөҙгө сәғәт 5-тән киске 8-гә тиклем.
- Иртәнге аш – көндөң иң мөһим этабы, уны ҡалдырырға ярамай.
- Төшкө ашҡа һурпа, аш, салат, бешкән майһыҙ ит, йәшелсә-емеш яҡшы булыр.
- Төштән һуң йогурт, кефир, йәшелсә һәм майһыҙ ит менән тамаҡ ялғап алырға мөмкин.
- Кискелеккә иһә еңелсә салат, эремсек, йогурт һәм быҡтырылған йәшелсә ашарға була.
- Емештәрҙе көндөң тәүге яртыһында ашау хәйерле.
- Ҡыҙҙырылған ризыҡтар хаҡында оноторға кәрәк.
- Салаттарҙы ҡаймаҡ, йогурт йә үҫемлек майы менән бутарға. Майонезды сүплеккә ырғытырға мөмкин.
- Ярымфабрикаттар тураһында онотоғоҙ, фастфуд, көнбағыш, тоҙло сәтләүектәр, чипсы һәм башҡалар туҡланыу рационында булырға тейеш түгел. Шәкәрле һыуҙан да баш тартырға кәрәк.
- Майлы һәм ҡамыр аштарының самаһын белеп кенә ашарға. Бөтөнләй баш тартһаң, депрессияға бирелеүең бар.
- Әҙләп ашарға өйрәнергә кәрәк. Көнөнә 5 – 6 тапҡыр бер ашағанда 200 г ғына.
- Бәләкәй генә тәрилкә алып, балғалаҡ менән генә ашарға тырышығыҙ. Тәүҙә ҡыйын булыр, әммә бер аҙна эсендә ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм кеше өйрәнә.