

Унда 50-нән артыҡ музыкант үҙ талантын һынап ҡараны. Конкурс шарттары буйынса, 16 йәштән өлкән ҡатнашыусылар ҡурайҙа уйнауҙан тыш, оҙон көйлө халыҡ йырын да башҡарырға тейеш ине. Сығыштарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, билдәле ҡурайсылар Әхиәт Ғәйетбаев, Таһир Хәмитов һәм конкурстың үткән йылдарҙағы еңеүселәре Иҙел Аралбаев менән Шамил Күсәмишев баһаланы. Көсөргәнешле бәйгелә Рифат Исҡужин гран-при яуланы. Ойоштороусылар уны 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләне.
Рифат Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында дыуып үҫкән. Сибай сәнғәт колледжының ҡурай класын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, металлургия комбинатында эшләй.
12 йәшкә тиклемге балалар араһында - Данияр Мөхәметдинов, 12-16 йәшлектәр араһында Алмаз Биктимеров еңеү яуланы.