

Хикмәтле хикәйәт
Ҡатын-ҡыҙ әйтһә...
Бер ваҡыт Сыңғыҙхан рус кенәзен әсирлеккә алған. Хаким янына кенәздең ҡатынын да килтергәндәр.
— Ғаиләмде азат ит, зинһар, — тип үтенгән ҡатын.
Бер тотҡон һорай тип, Сыңғыҙхан әсирҙәрен сығарып ебәрә буламы?! Ҡатмарлы һайлау алдына ҡуяйым әле быны, тигән дә, хан былай өндәшкән:
— Бына һинең алда ирең, ағайың, улың. Мин уларҙың тик береһен генә иреккә ебәрә алам. Ҡайһыһын һайлайһың?
Кенәз ҡатыны уйлап та тормайынса:
— Ағайымды, — тигән.
— Ни өсөн? Аңлат, — тип аптыраған Сыңғыҙхан.
Яуап шундай булған:
— Мин ир таба алам, улым да тыуыу ихтималы бар. Йәғни быға һуң түгел әле. Ә бына ағайымды юғалтһам, ҡабат таба алмаясаҡмын...
Быны ишеткәс, хан өс әсирен дә азат иткән. Кенәздең ҡатыны тураһында мәғлүмәт юҡ. Сыңғыҙхан был аҡыллы ҡатынды сығарып ебәрҙеме икән? Ай-һай...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.