Ҡалтасы районының Краснохолм ауылындағы 1-се мәктәптә ғәмәлгә ашырыла был проект. Балаларға ҡыҙыҡ. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, 8-се Б һәм В класс уҡыусылары отставкалағы милиция майоры, МВД-ла ветерандар советы рәйесе Владимир Ляпустин менән осрашып, "типә-тиң форматта диалог" ҡорған. Әлбиттә, бындай яҡын аралашыуҙың файҙаһы бар! Саҡырылған ҡунаҡтарҙың, шәхестәрҙең биографияһына ҡарап, өлгө алырға, улар һайлаған һөнәр буйынса белем алырға мөмкин.
Фото: Администрация муниципального района Калтасинский район Республики Башкортостан.