Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2023, 05:00

Академтеатр Ҡазанға юллана

Матур йоланы дауам итеп, күрше республикала уларҙың ҙур гастролдәре көтөлә.  

Академтеатр Ҡазанға юлланаАкадемтеатр Ҡазанға юллана
Академтеатр Ҡазанға юллана

14 -19 ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исеменәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре уҙа. Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә иң популяр спектаклдәр һәм премьералар күрһәтеләсәк.

Күршеләр беҙҙең театрҙың "Һинһеҙ килгән яҙҙар" (авторы З. Ҡадырова, режиссеры А. Әбүшаһманов), "Еҙнәкәй" (Х. Ибраһимов- И. Ҡаҙаҡбаев), "Ҡыҙыл паша" (Н. Асанбаев-А. Әбүшаһманов), "Әсмә" (Р. Фәхретдинов - З. Сөләймәнов), "Ҡоҙаса" (Б. Бикбай - А. Әбүшаһманов), "Килен" (3. Мусина - Ф. Ғарипов), "Бәхет хаҡы" (Х. Мөдәрисова - А. Әбүшаһманов) спектаклдәре менән танышасаҡ. Шулай уҡ бәләкәй залда "Эҙләнем, бәғерем, һине" драмаһы (Т. Миңнуллин - А. Нәҙерғолов һәм "Ете быуын. Һаҡлаусылар", "Ете быуын. Йәштәр" спектакль-вербатимдар күрһәтелә. 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас