Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2023, 03:00

Уйла, эшлә, уйла, эшлә...

Бер юлсы кәмәсенән ярҙың икенсе яғына сығарыуҙы һораған. Китеп барғанда шуға иғтибар иткән был: баҡһаң, ишкәктәрҙең береһендә – “Уйла”, икенсеһендә ”Эшлә” тип яҙылған, имеш.

Уйла, эшлә, уйла, эшлә...Уйла, эшлә, уйла, эшлә...
Уйла, эшлә, уйла, эшлә...

Хикмәтле хикәйәт

Уйла, эшлә, уйла, эшлә...

Бер юлсы кәмәсенән ярҙың икенсе яғына сығарыуҙы һораған. Китеп барғанда шуға иғтибар иткән был: баҡһаң, ишкәктәрҙең береһендә “Уйла”, икенсеһендә ”Эшлә” тип яҙылған, имеш.

Ниңә ишкәгеңә былай тип яҙҙың? – тип һораған мосафир кәмәсенән.

Мин һиңә тәүҙә күрһәтәйем, – тигән дә тегеһе, бер ишкәген ҡуйып тороп, “Уйла” тип яҙылғаны менән генә ишә башлаған.

Тик кәмә бер урында өйөрөлөпмө, өйөрөлә икән. Шунан кәмәсе “Эшлә” тип яҙылған ишкәккә тотонған. Кәмә был юлы ла алға бармаған, икенсе яҡҡа өйөрөлгән.

Юлсы көлөп ебәргән.

- Минең дә шулай булғаны бар: уйлайым-уйлайым да, эшем алға бармай. Хас та әлеге кеүек. Ҡайһы берҙә уйламай эшләйем дә, тырышыуым – файҙаһыҙ. Бер урында тапанам. Аңланым: бер юлы уйларға ла, эшләргә лә кәрәк. Артыҡ уйлауҙан да файҙа булмай икән, эшкә тырышмаһаң. Һинең ишкәктәрең кеүек: береһенең ишеүе икенсеһенә ҡеүәт бирергә тейеш. Шул саҡта ғына теләгән ереңә барып етә алаһың...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас