Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2023, 11:30

Ҡулаҡса менән иҫәпләшегеҙ

Онлайн аҡса күсереү ҡурҡыныс.  

Ҡулаҡса менән иҫәпләшегеҙҠулаҡса менән иҫәпләшегеҙ
Ҡулаҡса менән иҫәпләшегеҙ

Рәсәйҙәргә һатып алынған тауар  йәки күрһәтелгән хеҙмәт өсөн иҫәпләшкәндә , аҡсаны картанан картаға күсереүҙән баш тартыу яҡшыраҡ, тип иҫкәртте «Иҡтисадтың юғары мәктәбе» ғилми- тикшеренеү университетының коммуникация менеджменты директоры урынбаҫары Александр Пушко.

Онлайн аҡса ебәреп, кеше осраҡлы рәүештә Украинаның Ҡораллы Көстәрен йәки Рәсәйҙә тыйылған ойошмаларҙы финанслай ала, тип белдергән ул.

Йыш ҡына кешеләр аҡса алыусының бындай түләүҙәр менән нисек идара итеүен белмәй. Ул ВСУ-ның йәки ниндәй ҙә булһа террористик ойошманың бағыусыһы булыуы мөмкин, тип билдәләй Пушко.

"Махсус операция шарттарында бындай хәүеф арта. Бындай инструменттарҙы, бигерәк тә һеҙ ышанмаған урындарҙа, һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк", – тип иҫкәрткән ул. Оператив түләү өсөн ҡулаҡса файҙаланыу яҡшыраҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәр конкрет хәлде тикшерә башлаһа, мәҫәлән, әгәр кеше аңлы рәүештә Украина хәрбиҙәренә ярҙам итеү өсөн түләүҙәр үткәрә икән, уға ҡотолғоһоҙ яза янай. Был эшкә ҡағылышы булмаһа ла, аҡса күсереүселәрҙе лә тикшерәсәктәр.Һеҙгә үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ булыуығыҙҙы иҫбатлауы ауыр буласаҡ.

 

Фото: ptoday.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас