Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2023, 04:26

Киләһе йылда Өфөлә тағы бер ҙур халыҡ-ара форум үтә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡаҙағстандағы эш сәфәре барышында белдереүенсә, Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумы Өфөлә үтәсәк.

Киләһе йылда Өфөлә тағы бер ҙур халыҡ-ара форум үтәКиләһе йылда Өфөлә тағы бер ҙур халыҡ-ара форум үтә
Киләһе йылда Өфөлә тағы бер ҙур халыҡ-ара форум үтә

"Барығыҙҙы ла унда ҡатнашырға саҡырам", - тине ил башлығы Костанайҙа асылған XIX форумға йыйылыусыларҙы тәбрикләп. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙ сиратында, Владимир Путинға киләһе форумды Өфөлә үткәреү ҡарары ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙ халыҡ-ара сара юғары кимәлдә уҙһын өсөн тырышып эшләрбеҙ", - тине БР Башлығы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас