

Хикмәтле хикәйәт
Баланың ата-әсәһенә биргән һабағы
Бер ҡарт бик олоғайғас, улы менән килененә йәшәргә күсә. Дүрт йәшлек бер ейәне лә була.
Ҡарттың күҙҙәре насар күрә, ҡулдары ҡалтырай, аяҡтары саҡ йөрөй икән. Тамаҡҡа ашағанда ла ҡалағын саҡ тота, ризығы ҡойолоп-түгелеп тә бөткән мәлдәре күп була. Был хәлгә улының да, килененең дә йәне көйә. Һәм ҡартты айырым өҫтәлгә ултыртырға ҡарар итәләр.
Бабай тәрилкәләрҙе торған һайын йышыраҡ вата башлағас, уға ризыҡты ағас һауытҡа һалып бирәләр.
Олатай кешенең бүлмә мөйөшөндәге бәләкәй өҫтәлдә яңғыҙы ашағанын ейән һүҙһеҙ генә күҙәтә. Йыш ҡына оло кешенең күҙендә йәш тә була.
Бер көндө малайҙың ағас таптары менән уйнап ултырғанын күргән атаһы уға өндәшә:
– Улым, нимә эшләйһең?
– Сеүәтә яһайым, атай. Әсәйем менән икегеҙгә. Мин ҙурайғас, шунан ашарһығыҙ.
Малай шулай тип йылмая ла, уйнауын дауам итә.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән атай менән әсәй телдән яҙа, күҙҙәре йәшләнә. Улар инде нимә эшләргә икәнен аныҡ төшөнә...
Ошо көндән һуң ғаилә бергә ултырып ашай башлай: олатай, ул, килен, ейән. Ҡарт кеше лә артабан ҡәҙер-хөрмәттә, хәстәрлектә ғүмер кисерә.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.